Our website is made possible by displaying online advertisements to our visitors.
Please consider supporting us by disabling your ad blocker.

Responsive image


Ceres

Ceres
Тип

коммерциялы булмаған ойошма

Нигеҙләү йылы

1989

Нигеҙләүселәр

Джоан Бавария

Урыны

Бостон, Массачусетс, АҠШ

Эшмәкәрлек өлкәһе

тирә-яҡтың тотороҡлоғо, юридик уңайлыҡтар

Слоган

Mobilizing investor and business leadership to build a thriving, sustainable global economy

Веб-сайт

ceres.org

Ceres (Церера) — Бостон ҡалаһында урынлашҡан коммерциялы булмаған хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы. 1989 йылда Джоан Бавария был ойошмаға нигеҙ һала. Ойошманың төп маҡсаты — сәскә атҡан һәм экологик яҡтан тотороҡло донъя экономикаһын булдырыр өсөн инвесторҙарҙың һәм эшсе берләшмәләрҙең мобилизацияһы. «Ceres» ойошмаһының эшселәре эш мөнәсәбәттәренең экологик практикаһын ҡабул итеүҙәрен тиҙәйтеү өсөн тарҡау һәм ҡыҙыҡһынған яҡтарҙы (тирә-яҡты һаҡлау өлкәһендәге инвесторҙар, компаниялар һәм йәмәғәт төркөмдәре) берләштереү, яңынан эшкәртелә торған энергия сфераһында программаларҙы алға этәрә, климаттың үҙгәреүе һәм глобаль йылытыу тураһында отчёттар эшләй[1][2].

Шулай уҡ «Ceres» углерод сығарып ташлауҙы кәметер һәм экологик таҙа энергетиканы ҙурайтыр өсөн компанияларға, сәнәғәт тармаҡтарына һәм регуляторҙарға баҫым яһай. 1997 йылда Ceres компанияһы эшләгән «Global Reporting Initiative» (GRI) программаһы компанияларға социаль һәм экологик йоғонто яһауҙа халыҡ-ара корпоратив стандарт була. Бизнестың климаттың үҙгәреүенә йоғонто яһай тигән мәғлүмәттең таралыуы арҡаһында Ceres климатик ҡыйыулыҡтар компанияның билдәһенең айырып алғыһыҙ өлөшө булырға тейеш икәнәне өлгәшә[3][4][5][6][7].

2006 йылда Ceres социаль эшҡыуарлыҡ өсөн Сколл фондынан премия ала. 2007 йылда «Directorship» журналы «Ceres» ойошмаһын корпоратив етәкләүҙә 100 иң йоғонто яһай торған уйынсылар исменә керетә. 2008 йылда «Fast Company» журналынан «Social Capitalist Awards» наградаһын ала[8]. -->

  1. Coalition for Environmentally Responsible Economies (CERES) (ингл.). Encyclopædia Britannica. Дата обращения: 22 май 2015.
  2. Ceres – Investors for a Clean Renewable Future (ингл.). Green Energy Times. Дата обращения: 22 май 2015. 2014 йыл 10 ноябрь архивланған.
  3. Investing in sustainability (ингл.). Khaleej Times. Дата обращения: 22 май 2015. 2014 йыл 8 ноябрь архивланған.
  4. Ceres Investor Summit Gets Great Press Coverage (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 22 май 2015.
  5. Global Reporting Initiative (ингл.). Дата обращения: 22 май 2015.
  6. Study Says U.S. Companies Lag on Global Warming (ингл.). The New York Times. Дата обращения: 22 май 2015.
  7. Global Warming Subject for Directors At Big Companies (ингл.). The New York Times. Дата обращения: 22 май 2015. 2016 йыл 15 ғинуар архивланған.
  8. Ceres (ингл.). Fast Company & Inc. Дата обращения: 22 май 2015. 2009 йыл 9 апрель архивланған.

Previous Page Next Page






Ceres (organization) English Coalition for Environmentally Responsible Economies French Ceres (nhazi) IG セリーズ Japanese 세리즈 Korean Ceres (organisatie) Dutch Ceres Russian

Responsive image

Responsive image